+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
1 Июнь 2023, 10:07

Онотолмаҫлыҡ хәтирәләр

Етте бит, әй, йәйкәйем! Ошо матур миҙгелдең тәүге таңында бер ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та вәринйә тарихын һөйләйем әле. Хәл былайыраҡ булды. Йәйге каникул. Ғаилә ҙур, тупһанан төшкән ерҙә ҡайын мул, тигәндәй, ишек алдына йәтеш кенә күләгә яһап, үҫә бер ҡайын. Беҙ шул ҡайын аҫтына оҙон өҫтәл ултыртып алып, төкөтмә-кухня эҫеһенә сыҙамаған булып, йәйҙең ҡайһылыр осоронда тышта сәйләй башлайбыҙ. Ул мөйөш үҙенә күрә бер офис та ине ул - ҡапҡанан ингән һәр кемде ҡаршы алып ултыраһың, үтеп-һүтеп йөрөгәндә әсәй менән атайға малдарҙы теүәлләүең тураһында отчет та биреп китәһең (Дауамы сайтта)

Онотолмаҫлыҡ хәтирәләрОнотолмаҫлыҡ хәтирәләр
Онотолмаҫлыҡ хәтирәләр
Әлеге шул ҡайын аҫтында, тупһаны яҡтыртҡан ут яҡтыһында ғына киске сәй эсеп ултырыш. Хәбәргә әүрәпме, ойоп китепме бер ҡустым сейә вәринйәһенә төшкән һағыҙаҡты күрмәйсә, ҡалаҡ менән ҡабып та ебәрҙе... Һағыҙаҡ тел төбөн сағып өлгөрөп, шар-бор төкөрөлөп тә ҡуйҙы. Ризыҡ йотор ер сағылды - киске тыныс сәй бер ғәләмәткә әйләнде🙈

Ҡустымдың теле шешә башланы, әсәй антигистаминный дарыу эҙләп саба. Каникулға Өфөнән килгән икенсе бер ҡустыма бесәйгә-нигә аллергия була, тип, ата-әсәһе әлеге дарыуҙы һалып ҡайтара ине. Әсәй шуны һорамаҡ өләсәйҙең өйөнә йүгерҙе, сөнки шул кистә ҡустылар әтрәте өләсәйҙең уттығында йоҡларға киткән ине. Теле сағылған ҡусты өйҙә, ул быуылып ҡуймаһын, тип, апай эргәһенән китмәй дежурҙа тора.

Өләсәй беҙҙән өс өй аша ғына йәшәгәс, әсәй етеҙ генә барып етеп, командирға хәлде аңлатҡан. Өләсәй-командир "Йөрөйөң төнөн балаларҙы уятып" тип һуҡрана-һөйләнә әсәйҙе уттыҡҡа алып ингән. "Бына улар! Яталар! Кешене ҡаңғыртырға тиһәң, һине ҡуш", тип юрғандарын асып ебәрһә, бәғзе малайҙар урындарына иҫке пәлтә төрөп-ябып, үҙҙәре клубҡа сығып киткән, имеш. Шул ерҙә өләсәңдең эйәге аҫҡа төшөп китә яҙҙы, тип хәтерләй хәҙер әсәй😄

Үәт! Малайҙар тансыға сығышып бөткән. Тик ҡалайтыптыр ошо клубҡа сығыуҙы башлап йөрөгән бер егет был ғәләмәт кистә әлеге уттыҡта диванда йоҡлап ятҡан булған ул. Бәхетенә - уға эләкмәне😄 Ә башҡа пәлтә-малайҙарҙы әсәй ҡараңғыла - кемен клуб тирәһендә, кемен бура башында теттереп йөрөгән еренән табып алып ҡайтҡан. Биш малай ҙа уттыҡта, тип, өйҙә үҙе эре генә йоҡлап ятҡан өләсәйҙең күҙе нисәүгә әйләнде икән ул кистә?!

Иң ҡыҙығы әле - теге алып тормаҡсы дарыу бөткән булып сыҡты, хайырсы! Уның ҡарауы, малайҙар - үҙ урындарында☝😂 Һағыҙаҡтан сағылған егеттең эргәһенән китмәй һағалап, шешкәнде дарыуһыҙ ғына үткәреп ебәреп, ул имен йоҡлап киткәс кенә, әсәйҙәр тынысланған. Шешеүе аҙһа, "скорый" саҡыртырмын, тип ултырған, әммә, шөкөр, һағыҙаҡлы вәринйә тарихы ипле тамамланған.

Йәй шул булыр. Шәрбәткә йыйылыр һағыҙаҡтар менән, һөйләшеп туймаҫлыҡ табындар менән, сығып тайыр киске уйындар, онотолмаҫлыҡ хәтирәләр менән!☘
 
Онотолмаҫлыҡ хәтирәләр
Онотолмаҫлыҡ хәтирәләр
Автор:Гөлсәсәк Мостаева
Читайте нас