+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
2 Июнь 2023, 08:23

Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре!!! Онотмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ!!!

Кесе йәштәге мәктәп балалары йорт адресын һәм телефон номерын белергә тейеш. Кәрәк булғанда 112 телефоны буйынса ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратыр өсөн,уны кәрәҙлетелефон менән файҙаланырға өйрәтегеҙ.

Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре!!! Онотмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ!!!Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре!!! Онотмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ!!!
Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре!!! Онотмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ!!!

Шырпы һәм ҡабыҙғыстарҙы балаларҙың буйы етмәгән ерҙә һаҡлағыҙ.

Үҙегеҙҙең балағыҙға газ һәм электр приборҙары менән файҙаланырға рөхсәт итмәгеҙ.

Янғын сыҡҡан осраҡта иң мөһиме ­ваҡытында бинаны ташлап сығып китеү кәрәк, ә йәшеренеү түгел икәнен аңлатығыҙ.

Кесе йәштәге балаларҙы бер ниндәй сәбәп аҫтында ла ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Таныш булмаған кеше мөрәжәғәт иткәндә үҙеңде нисек тоторға икәнен өйрәтегеҙ. Хатта матур, бик яҡшы һәм хәүефһеҙ ҡиәфәтле кеше булһа ла. Хатта яҡын һәм бер генә минутҡа булһа ла. Хатта бик ҡыҙыҡлы булһа ла. БЕР ЕРГӘ ЛӘ, БЕР ҠАСАН ДА ҺӘМ БЕР НИ ӨСӨН ДӘ барырға ярамай.

Ҡаршыһына берәҙәк, өргән эт килеп сыҡҡанда нимә эшләргә икәнен өйрәтегеҙ. Йүгерергә, ҡулдарҙы һелтәргә һәм киҫкен хәрәкәттәр эшләргә ярамағанын, күҙҙәренә ҡарамаҫҡа һәм паникаға бирелмәҫкә икәнен аңлатығыҙ. Иң яҡшы вариант:­ туҡтарға, «фу!» йәки «ултыр» командаһын бирергә һәм әкрен генә ышыҡ урынға барырға.

Бынан тыш, көн һайын балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөргә кәрәк.Ҡайҙа һәм нисек юл аша сығыу ғына түгел, шулай уҡ велосипедсылар ҡағиҙәләрендә аңлатығыҙ, сөнки йәй көнө велосипедта йәки самокатта йөрөү балаларҙың яратҡан шөғөлдәренең берһе.

Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре!!! Онотмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ!!!
Йәйге осорҙа балаларҙың хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре!!! Онотмаҫ өсөн үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ!!!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас