

«Һауа температураһы төндә +10, +15°-тан +5, +10° тиклем, ә көндөҙ +17, +22°-ҡаса төшә башлай. Был аҙнала уртаса һауа температураһының норманан 1-2° түбән булыуы көтөлә», — тип хәбәр итте синоптиктар.
Бөгөн көндөҙ һәм 7 июндә төндә республиканың күпселек райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал, бөгөн урыны менән боҙ-борсаҡ, көслө ел көтөлә.