

"Сихри Ҡурай моңдарына сорналып, үткән һәм киләсәкте уйҙан үткәреп, рәхәтләнеп хисләндем! Рухи аҙыҡ алдым үҙемә
Ҡурай тауышына, күңел тыныслана, донъяларҙа әҙ булһала, туҡтап торған һымаҡ тойола! Ата- бабаларыбыҙҙың, аһ- зары, Башҡорт халҡының бай, тәрән тарихы, хозур тәбиғәтебеҙ, ғорур Уралыбыҙ күҙ алдынан үткәндәй була
Э-эх ошо илебеҙҙәге шау-шоу бөтөп, һуғыштар туҡтап, бер фекергә килеп, туҡтаһалар ине! Берҙәм булып, бергә татыу йәшәһәк ине
" - тип яҙа үҙ сәхифәһендә "Аманат"тың дуҫы, йырсы, ҡурайсы Рифат Йәмлихин.