+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2023, 15:58

Иң - иңдәр сыҡты майҙанға

Бөгөнгө көн 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы "Ҡурай" лагерында ял итеүсе уҡыусыларыбыҙ өсөн айырыуса иҫтәлектәргә бай һәм әһәмиәтле булды. Беренсенән, егеттәр араһында араһында "Лагерь батыры" конкурсы үтһә, һуңынан М. Ғафури исемендәге башҡорт драма театрында ойошторолған Фәйзи Ғәскәров ансамбленең бейеүҙәренән торған концерт тамашаһында булдылар.   

Иң - иңдәр сыҡты майҙанға
Иң - иңдәр сыҡты майҙанға
Бөгөнгө көн 20 гимназияла "Ҡурай" лагерында ял итеүсе уҡыусыларыбыҙ өсөн айырыуса иҫтәлектәргә бай һәм әһәмиәтле булды. Беренсенән, егеттәр араһында араһында "Лагерь батыры" конкурсы үтһә, һуңынан М. Ғафури исемендәге башҡорт драма театрында ойошторолған Фәйзи Ғәскәров ансамбленең бейеүҙәренән торған концерт тамашаһында булдылар. 
 
Билдәле булыуынса, борон-борондан башҡорт егеттәре майҙандарҙа һынау тотҡандар, көрәштәрҙә, ярыштарҙа башҡаларға ал бирмәгәндәр. Был йола беҙҙең халыҡта бөгөнгәсә һаҡланып килгән. Ошо изге йолаға тоғро ҡалып, 4 отрядтан торған лагерыбыҙҙың һәр отрядынан ике егет майҙанда бәйге тотто. 
 
Конкурс ҡағиҙәләре буйынса, тәүҙә ҡатнашыусы егеттәребеҙ үҙҙәре менән таныштырып үттеләр, музыкаль яҡтан һәләттәрен күрһәтеп, үҙҙәренең һөнәрҙәре тураһында бәйән иттеләр, оригиналь костюмдары менән таныштырҙылар, һәм, әлбиттә, етеҙлектә, мәргәнлектә, сослоҡта, батырлыҡта көс һынаштылар. 
 
Сара бик сәмле һәм ҡыҙыу барҙы, һәр ҡатнашыусының үҙенсәлекле һөнәрҙәре, эштәре, костюмдары һәм концерт номерҙары береһен дә битараф ҡалдырманы. 
 
Ярыш булғас, әлбиттә, уның еңеүселерәре лә була. Бына улар, майҙанда ал бирмәгән, үҙенсәлекле һөнәрҙәре менән тамашасалырҙы таң ҡалдырған егеттәребеҙ: 
4 отрядтан Такиев Илназ - иң мәргәне Мөхәмәтйәров Рамаҙан иң зирәге, 3 отрядтан Ишеғолов Ғайсар иң сосо, Ҡолһарин Замир иң аҡыллыһы, 2 отрядтан Боташев Ильяс иң көслөһө ә иң креатив ҡатнашыусы Яҡупов Рамазан тип табылһа, 1 отрядтан Һағынбаев Байрас "Тамашасы һөйөүе " номинацияһына лайыҡ булды. "Лагерь батыры" исеменә Вәлиев Арслан лайыҡ тип табылды! 
 
Ә бына ғәскәровсыларҙың бейеүҙәре уҡыусыларҙы тағы ла нығыраҡ үҙҙәренең матур, дәртле бейеүҙәре менән арбаны. Хатта алып биреүсенең тапҡыр һорауҙарына тапҡыр яуап биреүселәр ҙә беҙҙең "Ҡурай" лагерынан булдылар. Бына улар - Моталов Рамаҙан менән Мәмбәтова Ләйлә. 
 
Бөгөнгө саралар һәм тамашалар барыһына ла бик оҡшаны, көн аҙағында һәр кем сағыу тәъҫортаттар менән өйҙәренә таралыштылар. Күңелле саралар, уйын-көлкө, төрлө шөғөлдәрҙән торған лагерь көндәре бере- бер артлы үтеп баралар. Уның һәр бер көнө башҡаһынан ҡыҙыҡлы, күңелле һәм мажаралы булыуы менән айырылып тора, хатта көндәрҙең үткәне лә һиҙелмәй ҡала. Бына шулай, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, матур итеп ял да итә белә беҙҙең гимназия уҡыусылары.
Иң - иңдәр сыҡты майҙанға
Иң - иңдәр сыҡты майҙанға
Иң - иңдәр сыҡты майҙанға
Иң - иңдәр сыҡты майҙанға
Автор:https://ugbg20.com/ сайтынан
Читайте нас: