+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2023, 10:55

Өфөлә Ҡала көнөндә иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсмөйөш бешерәләр

12 июндә Өфөлә Ҡала көнөн билдәләгәндә ике кулинария рекордын ҡуйырға: донъяла иң ҙур ҡыҫтыбый, ә Рәсәйҙә иң ҙур өсбосмаҡ бешерергә әҙерләнәләр, тип хәбәр иттеләр мэрияла.

Өфөлә Ҡала көнөндә иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсмөйөш бешерәләр
Өфөлә Ҡала көнөндә иң ҙур ҡыҫтыбый һәм өсмөйөш бешерәләр

12 июндә Өфөлә Ҡала көнөн билдәләгәндә ике кулинария рекордын ҡуйырға: донъяла иң ҙур ҡыҫтыбый, ә Рәсәйҙә иң ҙур өсбосмаҡ бешерергә әҙерләнәләр, тип хәбәр иттеләр мэрияла. Сара иртәнге сәғәт 11-ҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда башлана.

Ҡыҫтыбый өсөн башҡорт фастфуды селтәре командаһы яуаплы. Ике метрҙан ашыу диаметрлы ҡамырҙы 9 квадрат метрлыҡ өҫтәлдә йәйеп, 2,5 метр диаметрлы махсус табала бешерәләр. Йәймәнең эслеге - 20 килограмм картуф иҙмәһе.

Рәсәйҙә иң ҙур өсмөйөш бер метрҙан ашыу булмаҡсы. Был Татарстанда теркәлгән рекордсмен бөйөрөктән ике тапҡырға тиерлек күберәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-08/v-ufe-v-den-goroda-prigotovyat-samyy-bolshoy-kystybyy-i-samyy-bolshoy-uchpochmak-3293239

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: