+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Июнь 2023, 04:20

Баймаҡ районында балалар Һабантуйы үтте

Халыҡ ижады үҙәгенең автоматлаштырылған күп функциялы клубы Баймаҡ ҡалаһының "Көньяҡ" биҫтәһендә балалар һабантуйы уҙғарҙы. Көндөҙгө мәктәп яны лагерына йөрөүсе 5-се мәктәп уҡыусылары байрамдың уйын программаһында әүҙем ҡатнашҡан: арҡан тартып, тоҡ кейеп йүгереп, туп менән ярышып халыҡ уйындарын уйнағандар.  Автоклуб сәхнәһенән “Сураш” ирҙәр вокаль ансамбленең күңелле йырҙары һәм Илнур Аслаев башҡарыуында ҡурайҙың дәртле көйҙәре яңғыраған. Бейеү номерҙары менән “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбле солистары Гөлгөл Хәлилова һәм Нурсия Халиҡова сығыш яһаған. Теләге булғандар “Дан минуты” ижади конкурсында үҙҙәрен күрһәткән. Аҙағында балаларҙы бүләктәр һәм приздар көткән.

Баймаҡ районында  балалар Һабантуйы үттеБаймаҡ районында  балалар Һабантуйы үтте
Баймаҡ районында балалар Һабантуйы үтте

Халыҡ ижады үҙәгенең автоматлаштырылған күп функциялы клубы Баймаҡ ҡалаһының "Көньяҡ" биҫтәһендә балалар һабантуйы уҙғарҙы. Көндөҙгө мәктәп яны лагерына йөрөүсе 5-се мәктәп уҡыусылары байрамдың уйын программаһында әүҙем ҡатнашҡан: арҡан тартып, тоҡ кейеп йүгереп, туп менән ярышып халыҡ уйындарын уйнағандар. 

Автоклуб сәхнәһенән “Сураш” ирҙәр вокаль ансамбленең күңелле йырҙары һәм Илнур Аслаев башҡарыуында ҡурайҙың дәртле көйҙәре яңғыраған. Бейеү номерҙары менән “Ирәндек” халыҡ бейеү ансамбле солистары Гөлгөл Хәлилова һәм Нурсия Халиҡова сығыш яһаған.

Теләге булғандар “Дан минуты” ижади конкурсында үҙҙәрен күрһәткән. Аҙағында балаларҙы бүләктәр һәм приздар көткән.

Баймаҡ районында  балалар Һабантуйы үтте
Баймаҡ районында балалар Һабантуйы үтте
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас