+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Июнь 2023, 09:00

Һөтай айына һынамыштар

Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.

Һөтай айына һынамыштарҺөтай айына һынамыштар
Һөтай айына һынамыштар

Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй – ҡоро, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.

Июнь айында ямғырҙан һуң йәйғор пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ йылы буласаҡ. Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ.

Әгәр миләш һуң сәскә атһа, көҙ оҙон буласаҡ.

Июндә томан йыш икән, бәшмәк уңыр.

Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла, ти халыҡ аҡылы.

Июндә ҡояш ҡалҡҡанда томра торһа, көн боҙола.

Әгәр ҙә үлән иртән ныҡ аңҡый икән – ямғырға.

Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр. Июндең егерме һигеҙендә башланған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.

Күктәге йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.

Һөтай айына һынамыштар
Һөтай айына һынамыштар
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас