+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
10 Июнь 2023, 09:17

Йәш ауыл уҡытыусыларына - 690 мең һум

Йәш ауыл уҡытыусылары Башҡортостан Башлығының 690 мең һумлыҡ грантын алырға мөмкин.

Йәш ауыл уҡытыусыларына - 690 мең һумЙәш ауыл уҡытыусыларына - 690 мең һум
Йәш ауыл уҡытыусыларына - 690 мең һум

Башҡортостанда ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар конкурсына документтар ҡабул ителә. Педагогтарға йыл һайын тапшырылып килгән республика гранты 2019 йылда булдырылған.

2023 йылда һәр ҡайһыһы 690 мең һумлыҡ 150 грант бүлеү ҡаралған. Ғаризаларҙы 30 июнгә тиклем ебәрергә кәрәк.  

Конкурста 35 йәшкә тиклемге уҡытыусылар ҡатнашырға хоҡуҡлы. Уларҙың уҡытыу йөкләмәһе бер ставканан кәм булмаҫҡа, ә йәшәгән тораҡ пунктында халыҡ һаны 15 меңдән артмаҫҡа тейеш.

Грант алған уҡытыусылар Башҡортостандың бер үк районындағы төп белем биреү ойошмаларында ун йылдан ашыу эшләргә бурыслы.

Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостанда уҡытыусыларға ниндәй льготалар һәм түләүҙәр ҡаралғанлығын яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-09/molodye-selskie-uchitelya-mogut-poluchit-grant-glavy-bashkirii-v-razmere-690-tysyach-rubley-3293714

Автор:"Башинформ"
Читайте нас