+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Июнь 2023, 11:06

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте

Бөгөн Өфөлә, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма театры актеры Хәким Мортазин вафат булған...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан киттеБашҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәким Мортазин арабыҙҙан китте

Хәким Фәрит улы Мортазин 1975 йылдың 14 мартында Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. 1996 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. 1997 йылдан алып бөгөнгәсә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. 26 йыл эсендә Хәким Фәрит улы сәхнәлә бихисап ролдәр башҡарҙы, “БСТ”, “Тамыр” телеканалдары ижад иткән фильмдарҙа төштө. 2010 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.

Күптәрҙең яратҡан артисы менән хушлашыу ваҡыты тураһында һуңыраҡ хәбәр итербеҙ.

Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас