+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
15 Июнь 2023, 09:27

“Аманат” журналының Һөтай һанына күҙәтеү.

Сәләм, дуҫтар! Компьютер, телевизор, телефондарҙан ялҡып китмәнегеҙме әле? Ай-һай, еңел түгел көнө буйы күҙ талдырып, экранға текләп ултырыуы. “Уҡыусыларыбыҙ каникулда йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы ҡағыҙ баҫма уҡыһын әле” – тип, “Аманат”тың июнь һанын “мейестә бешереп алдыҡ”. Тиҙҙән журналды ҡулығыҙға аласаҡһығыҙ!

“Аманат” журналының Һөтай һанына күҙәтеү.“Аманат” журналының Һөтай һанына күҙәтеү.
“Аманат” журналының Һөтай һанына күҙәтеү.

Был һанда беҙ һеҙҙе өр-яңы мәҡәләләр менән шатландырасаҡбыҙ!

Уҡыусыларыбыҙҙан килгән йөкмәткеле шиғырҙар “Аманат”ыбыҙҙың эстәлеген байытты.

Журналыбыҙҙың тышын аҡыллы, саф башҡорт телендә һөйләшкән һылыуҡайҙар - Өфө ҡыҙҙары Асель һәм Йәмилә Бадрановалар биҙәй. 

Әлбиттә, журналыбыҙҙа даими барған “Ай, һылыу!” конкурсы ла күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Һөтай һылыуы исемен кем алды икән?  Ҡыҙҙар, был һаныбыҙҙа “Мәңгелек сер” рубрикаһында “Ҡайт мөхәббәтем” тип аталған ысын булған хәлде уҡырһығыҙ. Дуҫтар, һеҙҙән дә хаттар көтөп ҡалабыҙ!

Журнал постерын биҙәгән был егет һәм ҡыҙҙар кем ул, тип һорарһығыҙ? Улар Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының"Алтынай" өлгөлө халыҡ бейеүҙәр ансамбле.

Йә, артығын “һайрамаҫ” элек, күҙәтеүҙе ошо урында туҡтатып торайыҡ.

“Аманат”тан айырылмағыҙ! Бер ниндәй Интернет та, телевизор ҙа журналды алмаштыра алмай!

 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас