+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
15 Июня 2023, 12:09

Башҡортостанда квестар ойоштороу бинаһынан 29 бала эвакуациялаған

Был турала төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Башҡортостанда квестар ойоштороу бинаһынан 29 бала эвакуациялағанБашҡортостанда квестар ойоштороу бинаһынан 29 бала эвакуациялаған
Башҡортостанда квестар ойоштороу бинаһынан 29 бала эвакуациялаған

Бөгөн, 15 июндә, Нефтекама ҡалаһында янғын сыҡҡан.

Ғәҙәттән тыш хәл Николо-Березовка шоссеһында квестар ойоштороу өсөн бинала урынлашҡан ике ҡатлы кирбес бинала булған. Янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе 33 кеше эвакуацияланған, улар араһында 29 бала бар. Барыһын да табиптар ҡараған. Дауаханаға һалыу талап ителмәне. Янғын 20 минут эсендә һүндерелгән. Янғынды һүндереүҙә 18 кеше һәм биш техника берәмеге йәлеп ителгән.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дознавателе янғын сәбәбен асыҡлай.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас