Ҡөрьән сүрәләре, башҡорт милли уйын ҡоралы — ҡурай моңо яңғыраны, геройҙың һәйкәленә сәскә ултыртылды тине «Башинформ» агентлығына Таллинда йәшәүсе беҙҙең яҡташыбыҙ.
Эстонияның Палдиски ҡалаһында (элекке Рогервик ҡәлғәһе) башҡорт халҡының геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл бар. Тамара Нечаева эшләгән Салауат Юлаев бюсының күсермәһе суйындан ҡойолған, бюстың ауырлығы — 214 килограмм, бейеклеге — бер метр.
Салауат Юлаев 1775-1800 йылдарҙа ғүмеренең һуңғы осорон уҙғарған элекке Рогервик ҡәлғәһендә – Палдиски ҡалаһының элекке мэрияһында эстон, рус һәм инглиз телдәрендәге яҙыуҙар менән мемориаль таҡта тора.
«Палдискиҙа ике һәйкәл бар. Береһе 1893 йылдың 7 сентябрендә «Һыу ҡыҙы» хәрби карабында һәләк булған Рәсәй император флотының 177 морягына арналған. Икенсеһе – Палдиски үҙәгендә, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, Башҡортостандың милли геройының һәйкәленә күберәк иғтибар күрһәтелә. Палдискиҙа йәшәүселәр башҡорт халҡы өсөн ғорурлана: ике быуат үтһә лә, башҡорттарҙың яҡташтарын һәм геройын онотмауына һоҡлана икән.