Музейҙарҙан һуң "Урман " паркында төрлө йәнлектәрҙе, хайуандарҙы күҙәттек туңдырма менән
һыйландыҡ. Кис етеүгә,беҙҙе Ирәмәл" ҡунаҡханаһында эшләүсе апайҙар яҡты йөҙ менән ҡаршы
алып, матур ,иркен бүлмәләргә урынлашырҙылар.Киске аштан һуң, ' Күҙәтеү тәгәрмәсе"аша Өфө
ҡалаһын байҡаныҡ.Иҫ китмәле матур икән шул Өфө ҡалаһы!
Шулай уҡ, Ағиҙел йылғаһы буйлап, теплохдта йөрөү – бик-бик оҡшаны. "Мәжит Ғафури " паркында,
Миңлеғәле Шайморатов,Салауат Юлаев һәйкәлдәрендә булдыҡ,китап биттәренән, телефон аша ғына
күргән мөһабәт һәйкәлдәр эргәһендә тороп, иҫтәлеккә фоторәсемгә төшөү- үҙе бер бәхет булды.
Бына ҡайтырға ла ҡайтырға ваҡыт етте.Баш ҡалабыҙ менән һис тә хушлашҡы килмәй ине шул.
Беҙҙе оҙатып йөрөүсе экскурсавод апай тимер юлы вокзалына тиклем оҙатып барҙы.
Был мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ сәйәхәт миңә лә, класташтарыма ла бик оҡшаны.Беҙгә онотолмаҫлыҡ
сәйәхәт ойоштороусы , ике көн буйы беҙҙе ҡурсалап алып йөрөтөүсе класс етәксебеҙ Фәйзуллина
Ләйсән Ғәзиз ҡыҙына, мәктәп директорының тәрбиәүи эштәр урынбаҫары Хәфизова Гөлдәр Әнүр
ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ
Әминә Сәғитова
Белорет районы Манышты мәктәбе уҡыусыһы