+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Июнь 2023, 08:56

Башҡорт халыҡ уйыны

Айыу-бүре юҡ икән Әҙерлек: Был уйын кесе йәштәге балалар араһында ныҡ таралған. Балалар үҙҙәренең араһынан берәүҙе “айыу” итеп һайлайҙар. Уға бәләкәй түңәрәк – “өң” һыҙыла. “Өң”дән 20 метр самаһы алыҫлыҡта ҙур түңәрәк була. Уныһы балаларҙың “өй”ө тип иҫәпләнә.

Башҡорт халыҡ  уйыныБашҡорт халыҡ  уйыны
Башҡорт халыҡ уйыны

Уйындың аңлатмаһы: Балалар “өй”ҙән сығыр, бергәләшеп “айыу” торған яҡҡа еләк йыйырға киткән булалар. Был ваҡытта “айыу” боҫҡан булып ҡылана. Балалар еләк йыйғанда күмәкләп йырлайҙар:

Еләк йыям, ҡаҡ ҡоям

Әсәйемә бүләккә.

Бында еләк күп икән,

Айыу-бүре юҡ икән.

Шул ваҡытта “айыу” йүгереп сығып, балаларҙы баҫтыра, ҡыуа башлай. Балалар, унан ҡасып, үҙ “өй”ҙәре янына йүгерә. Тотолған бала “айыу” була. Уйын яңынан башлана.

Башҡорт халыҡ  уйыны
Башҡорт халыҡ уйыны
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас