+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
21 Июнь 2023, 09:25

Буласаҡ тренер менән әңгәмә

– Сәләм, Асҡар! Хәлдәр нисек? “Аманат”тың уҡыусыларын үҙең менән яҡынданыраҡ таныштырып үтһәңсе?! – Һаумыһығыҙ! Асҡар Борханов булам. Миңә – 12 йәш. Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының 5-се синыфын тамамланым. – Ә ниндәй предметтар һиңә айырыуса оҡшай? – Яратҡан предметтарым физкультура һәм тарих. Физкультура дәресендә айырыуса футбол, баскетбол, воллейбол уйындарын яратып уйна­йым. Әлеге ваҡытта тарих дәресенән бороңғо Греция тарихын ҡыҙыҡһынып өйрәнәм.

Буласаҡ  тренер менән әңгәмәБуласаҡ  тренер менән әңгәмә
Буласаҡ тренер менән әңгәмә

– Төп көсөңдө тик уҡыуға ғына йүнәлтәһеңме, әллә берәй түңәрәктәргә лә йөрөйһөңмө?

– Алтынсы йыл инде шашка уйыны менән шөғөлләнәм. Күп тапҡыр республика беренселегендә призлы урындар алдым. 2022 йылда Рәсәй беренселегендә 14 йәшкә тиклемге малайҙар араһында 2-се урын алдым. Яҡшы уҡыуым һәм спорт өлкәһендәге уңыштарым өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының стипендияһына лайыҡ булдым. Был минең өсөн бик ҙур ҡыуаныс!

– Буш ваҡытыңды нисек үткәрәһең?

– Беҙҙең өй алдындағы спорт майҙансығында буш ваҡытта малайҙар менән ҡыш буйы – хоккей, йәй көнө футбол уйнайбыҙ. Тағы ла мин бассейнға һәм инглиз теле түңәрәгенә йөрөйөм.

– Ә киләсәктә ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләйһең?

– Киләсәктә мин шашка буйынса тренер булырға, балаларҙы шашка уйнарға өйрәтергә теләр инем.

– Рәхмәтеңде кемдәргә әйтер инең?

– Рәхмәттәремде мин атай-әсәйемә, ике өләсәйемә, уҡытыусыларыма, тренерҙарыма, Башҡортостан шашка федерацияһына һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа еткерер инем.

– “Аманат” журналына, уның уҡыусыларына ниндәй теләктәрең булыр?

– Журналда эшләгән апай, ағайҙарға эштәрендә уңыштар, ҡоростай һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ теләйем.

Уҡыусыларға ла шулай уҡ изге теләктәремде еткерәм. Күберәк журнал, гәзиттәр алдырып, уҡыйыҡ. Берҙәм булайыҡ, берҙәмлектә – көс!

– Ихлас яуаптарың өсөн рәхмәт, Асҡар! Алда үҙеңде яңынан-яңы еңеүҙәр көтһөн, киләсәк тормошоң матур булһын!

Сәлимә Ҡаранаева әңгәмәләште.

Буласаҡ  тренер менән әңгәмә
Буласаҡ тренер менән әңгәмә
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас