

XXXI «Рәсәй студент яҙы» Бөтә Рәсәй фестивале 2023 йылдың 11-17 июнендә Ханты-Манси ҡалаһында уҙҙы. Конкурста Рәсәйҙең 70 төбәгенән 2000-дән ашыу конкурсант ҡатнашты.
Конкурстың «Халыҡ бейеүе» номинацияһында Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының «Талария» халыҡ бейеүҙәре ансамбле I урын яуланы. «Талария» ҡыҙҙары легендар «Ете ҡыҙ» башҡорт халыҡ бейеүен башҡарҙы.
«Студенттарыбыҙҙың еңеүе менән ғорурланабыҙ! «Талария» бейеү ансамбле тамашасыларға халҡыбыҙҙың сағыулығын, матурлығын, тарихын еткерә алыуы ҡыуандыра. Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының уҡытыусыларына йәш быуынды тәрбиәләүҙәге уңыштары өсөн рәхмәтемде белдерәм», - тип билдәләне республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Белешмә:
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының «ТАЛАРИЯ» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ярҙамында ойошторолған. Ансамблдең етәксеһе - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илүзә Ноғманова.
Колледжда шулай уҡ заманса бейеү студияһы, студентарҙың театр берекмәһе, йыр студиялары юғары кимәлдә эшләп килә.
Өфө сауҙа-иҡтисад колледжының матбуғат хеҙмәте