

Был һөйкөмлө ҡыҙҙарҙы «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы янында осраттым. Асель, әле кескәй генә булыуына ҡарамаҫтан, һеңлеһе Йәмиләгә тирә-яҡтағы күренештәрҙе күрһәтеп, тәфсирләп аңлата ине. Уларға шунда уҡ иғтибар итеп, ирекһеҙҙән һөйләшеүҙәренә ҡолаҡ һалдым. Яҙ еткәс, ҡоштарҙың беҙҙең яҡҡа кире ҡайтыуын, үләндәр үҫкәнен, япраҡтар бүртеп сығыуын саф башҡорт телендә ентекләп аңлатты ул. Шул тиклем күп белеүенә һоҡланып ҡуйҙым.
Яҡындан танышҡас, үҙенең «Сәңгелдәк» тапшырыуының әүҙем алып барыусыһы, ихлас, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән арбаны Асель. Ҡыҙҙарға бындай матур исемдәрҙе кем ҡушты һәм ниндәй шөғөлдәре бар икән? Ошо хаҡта уларҙың әсәһе Гөлфиә Урал ҡыҙынан ҡыҙыҡһынып һораным.
– Оло ҡыҙыбыҙҙың исеме Асель ғәрәп телендә “баллы, татлы” тигәнде аңлата. Иптәшем менән икебеҙгә лә был исем ныҡ оҡшай ине, тыуасаҡ балабыҙҙың ҡыҙ икәнен белгәс тә, шул исемде һайлап ҡуйҙыҡ.
Ә кесе ҡыҙыбыҙ – Йәмилә. Күп бәхәсләшкәндән һуң, тыуғас ҡына, йөҙөнә ҡарап, был бит Йәмилә, тинек. «Яғымлы, һөйкөмлө, һылыу» тигәнде аңлата ул исем. Ике яҡтан өләсәләре лә ошо исемгә бик теләп риза булды, — тине әсәләре.
Ике ҡыҙыбыҙ ҙа бейеүгә йөрөй. Ярты йылға бер тапҡыр ҙур сәхнәлә отчет концерты менән сығыш яһайҙар.
Шулай уҡ Аселебеҙ «Тамыр» студияһына бик теләп йөрөй, “Сәңгелдәк”тә төшә, “Юлдаш” радиоһының “Иләү” тапшырыуында ла ҡатнаша. Балалар менән башҡортса ихлас аралашып, күңел асып ҡайта.
Һуңғы йылда шахмат уйнарға әүәҫләнеп китте. Атаһы, хуп күреп, был уйындың серҙәренә төшөнөргә тип, уға төрлө китаптар алып бирҙе.
Шулай уҡ Асель менән Йәмилә ауылда өләсәһе менән олатаһында ла булырға ярата, еләк-бәшмәк йыйырға, мал-тыуар ҡарашырға ашҡынып тора.
Үҫкәс, табип булам, ти Асель. Педиатр йәки терапевт, тип өҫтәп тә ебәрә. Йәмилә, прическалар эшләйем, ти. Киләсәктә ниндәй һөнәр һайлаһалар ҙа, беҙ ризабыҙ, иң мөһиме һау-сәләмәт булһындар.
Маҡсатҡа өлгәшер өсөн тырышып уҡырға, тик алға ынтылырға кәрәк икәнен бик яҡшы аңлай ҡыҙҙар. Тырышлығығыҙ юғары үрҙәр яуларға ярҙам итһен, үҙ илебеҙҙең солтаны булырға яҙһын һеҙгә! Бәхетле булығыҙ!
Сәлимә ҠАРАНАЕВА.