

Быйыл республика университеттарында 14 886 бюджет урыны бар (2022 йылға ҡарағанда 512-гә күберәк). Университеттарҙа быйыл маҡсатлы килешеү төҙөү яҡлы булыуҙарын белдерәләр. Был ысул уҡыу йорто, буласаҡ студенттар һәм хатта эш биреүселәр өсөн дә отошло.
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, журналистика, шәрҡиәт һәм африканистика факультетына ғаризалар ҡабул ителә. Хеҙмәт баҙарындағы үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, тел ғилеменә иғтибар кәмемәй. Абитуриенттар өсөн һайлау мөмкинлеге бар. Биш йыл тәнәфестән һуң журналистика бүлегенә бюджет урындары асылған.
Шулай уҡ шәрҡиәт һәм африканистика йүнәлеше буйынса уҡырға инергә теләүселәргә алты көнсығыш телен үҙләштереү тәҡдим ителә. Студенттар ҡулына диплом алғандан һуң, юғалып ҡалмаһын өсөн уҡыу йорттары маҡсатлы килешеүҙәр төҙөү яҡлы. Башҡорт дәүләт университетында быйыл бындай абитуриенттар өсөн өҫтәмә 450 урын бүленгән. Төп шарт, студент ҡулына диплом алғандан һуң ойошмаһына ҡайтып 3 йыл эшләргә тейеш буласаҡ.
Башҡортостан уҡыу йорттарына быйыл 7 йүнәлеш буйынса ғариза тапшырырға мөмкин. Документтар онлайн тәртиптә лә ҡабул ителә. Абитуриенттар өсөн комиссиялар 20 июлгә тиклем эшләй.