+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
22 Июнь 2023, 03:05

Башҡортостанда — Китап байрамы!

Һабанай аҙағында баш ҡаланы өс көн “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе гөрләтте. Ул Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән  140-тан ашыу нәшриәтте, китап магазиндарын, букинистарҙы, яҙыусыларҙы, сәнғәт белгестәрен һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен бергә йыйҙы. Китап байрамы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторолдо һәм ул, халыҡтың күплеген күреп, шатлығын йәшермәне. Радий Фәрит улы, киләсәктә йыл да баш ҡалабыҙҙа китап байрамын үткәреү йолаға инәсәк, тине.

Башҡортостанда — Китап байрамы!Башҡортостанда — Китап байрамы!
Башҡортостанда — Китап байрамы!

Халыҡ-ара китап йәрминкәһен асыу тантана­һында Усман ибн Әффан хәлифә (боронғо Ғәрәп дәүләте етәксеһе) Ҡөрьәненең 644-656 йылдарҙа эшләнгән иң боронғо алты күсермәһенең береһе Башҡортостан халҡына бүләк ителде, Өфөгә тапшырылды. Был байрамдың иң тантаналы өлөшө булғандыр, Аллаға шөкөр.

Бер ниндәй байрам да тамашаһыҙ үтмәй. Китап йәрминкәһе лә төрлө таланттарҙы йыйҙы. Шул иҫәптән, мәҫәлән, “Голос” телевизион тапшырыуы ҡатнашыусыһы, телевизион алып барыусы Динә Ғарифуллина “Тоҙҙо нисек яраталар” тигән башҡорт халыҡ әкиәтен уҡыны. Беларусь яҙыусылар союзы рәйесенең беренсе урынбаҫары Елена Стельмах Китап байрамына Броня ҡушаматлы бал ҡортон алып килгән. Броня – уның яңы китабының геройы икән.

Китап байрамында бығаса белмәгән ҡыҙыҡлы факттар тураһында ла ишетеү бик фәһемле булды. Әйтәйек, “Страна Гонгури” тип аталған беренсе совет фәнни-фантастик романының авторы Вивиан Итин Өфөлә тыуған икән. Был хаҡта “АСТ” нәшриәте етәкселәренең береһе А. Ионов бәйән итте.

Байрамда һуҡыр балалар өсөн сығарылған тактиль китаптар менән дә таныштырҙылар. Күреү һәләте юғалғанлыҡтан, китап уҡыу бәхете улар өсөн икенсе төрлөрәк асыла. Уларҙы республиканың М. Төхвәтшин исемендәге Һуҡырҙар өсөн махсус китапхана үткәргән конкурс еңеүселәрен билдәләгәндә күрергә мөмкин булды.

Өфө донъя кимәлендәге сараларҙы уҙғарыусы үҙәккә әүерелеүен тағы ла бер иҫбатланы. Яҙыу­сылар ҙа, нәшриәтселәр ҙә, уҡыусылар ҙа — береһе лә ситтә ҡалманы.

Радий Фәрит улы Рәсәй Федерацияһы Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский менән берлектә “Аҡбуҙат” журналы ойошторған “Балалар китабының тыуыуы” тигән күргәҙмә менән танышты. Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы уҡыусылары ҡатнашҡан “Тыуған илем” тип аталған квиз уйынын да ҡараны улар.

Йәш әҙәбиәт һөйөүселәр өсөн “Тамыр” бала­лар телеканалының интерактив майҙансығы эш­ләне. Малайҙар һәм ҡыҙҙарға шиғыр яҙып ҡарау, тәржемә итеү нескәлектәренә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде.

Олоғара майҙанды биләгән китап йәрминкә­һендә тиҫтәләрсә йүнәлештәге майҙансыҡтар ҡо­ролдо, уларҙың һәр ҡайһыһында Китап һүҙе яң­ғыраны. Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә Баш­ҡортос­тан матбуғаты күргәҙмәһе эсендәге редакциябыҙҙың майҙансығында, алдан вәғәҙә иткәнсә, беҙ, республиканың балалар һәм үҫмер­ҙәр өсөн баҫмалары — “Аманат” журналы менән “Йәншишмә” гәзите — “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы менән берлектә балалар араһында шашка турниры ойошторҙоҡ.

Данлыҡлы шашкасы Тамара Танһыҡҡужина үҙе килеп, башта “фатиха” биреп киткән ярышта шашка клубы ағзалары, халыҡ-ара һәм Рәсәй ки­мәлендәге ярыштарҙа еңеү яулаған Сафия Тан­һыҡҡужина, Асҡар Борханов, Илдар Ғиләжев, Морат Абдуллин менән шашка буйынса көс һынашып ҡарарға теләүсе ҡыҙҙар һәм малайҙар бик күп булды.

Сафия, Асҡар, Илдар — спорт мастерлығына кандидаттар, Республика Башлығы стипендиаттары. Улар һәр береһе бер юлы дүртәр таҡтала уйнаны. Ярыш ҡыҙыу барҙы. Кескәй чемпиондар менән хатта өлкәндәр ҙә көс һынашып ҡараны. Бөтә донъя шашка федерацияһының Халыҡ-ара арбитры Ринат Ишембаев ғәҙел судья булды.

Йәш чемпиондарҙы 50-нән ашыу уйынсы араһында ике кеше генә еңә алды, ә икәүһе менән уйында бер кем дә еңмәне, ничья булды. Бүтән партияларҙа барыһында ла чемпиондар еңде.

Бағыусыларыбыҙ “33 пингвина”һәм “Крошка МиМи” ойошмаларына ҙур рәхмәт! Улар еңеү­се­ләргә — бер бәләкәй күнәклек туңдырмаға сертификат, уйында ҡатнашыусы һәр балаға туңдырма һәм эсемлеккә сертификат тапшырҙы.

Был ярыш республикала шашка спортының ниндәй ки­мәлдә булыуын күрһәткән бик матур сара, кескәй чемпиондар өсөн дә, улар менән уйнап ҡараған балалар өсөн дә иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға бул­ды.

Ошондай сәмле ярыштар үҫмерҙәрҙең арта­банғы үҫеше өсөн этәр­гес булып тора, – тине ошо турнирҙы ойоштороу өсөн күп көс һалған “Башҡортостан” үҙәк шашка клубы рәйесе урынбаҫары Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева. 

Үҙәк шашка клубы шашка спортын юғарыраҡ кимәлгә күтәреүҙе, спортсыларҙы яңы ҡаҙаныш­тарға дәртләндереүҙе, әлеге чемпиондарыбыҙға ал­машҡа йәш таланттар әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Республикабыҙҙа күп тапҡыр донъя чемпионы булған данлыҡлы Тамара Танһыҡҡужинаның юлын дауам итеүсе, донъя кимәлендә танылған көслө шашкасылар бар, улар менән Рәсәйҙең иң яҡшы тренерҙары эшләй. Шуға күрә Башҡортостан балаларының, ошо мөмкинлектәрҙе файҙаланып, шашка Олимпының иң юғары баҫҡысына күтәрелеү мөмкинлеге бар. Шашка буйынса республика спорт мәктәбе һәләтле балаларҙы Өфө ҡалаһы, Достоевский урамы, 49 (бәйләнеш өсөн телефондар: 8 (347) 273 84 09, 8917 353-70-54) адресы буйынса көтөп ҡала.

Был байрамдың маҡсаты китап һәм баҫмалар уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар менән таныштырыу, йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү ине. Маҡсатына иреште Китап байрамы!

Сәлимә ҠАРАНАЕВА.

Башҡортостанда — Китап байрамы!
Башҡортостанда — Китап байрамы!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас