

Шерлок Холмс – Ватсонға:
– Беләһеңме, Ватсон, рәссамдарға бумала эшләр өсөн йыл һайын меңәрләгән тейен кәрәк икән!
Ватсон:
– Ғәжәп хәлдәр, Холмс! Беҙҙең заманда йәнлектәрҙе нимә геенә эшләргә өйрәтмәйҙәр...
***
– Мине әсәйем кәбеҫтә араһынан тапҡан!
– Ә мине ҡауҙы килтергән!
– Ә мине интернеттан сығарып алғандар...
***
Уйлау, баҡтиһәң, ауырҙарҙан-ауыр эш икән!.. Бына ни өсөн күпселек кеше уның менән шөғөлләнмәҫкә тырыша!...
***
Цирк директорына шылтырау:
– Але! Һеҙгә һөйләшә белгән ат кәрәкмәйме?
– Шаярмағыҙ әле!...
– Бер аҙҙан тағы шылтырау:
– Але! Һеҙгә ысынлап та һөйләшә белгән ат кәрәкмәйме?
– Алйот! Ҡотормағыҙ, тинем түгелме?
– Үҙең алйот! Әллә миңә тояҡ менән номер йыйыуы еңел тиһеңме?
***
Автобус туҡталыштан ҡуҙғалып китә.
Артынан бер ҡатын йүгереп килә:
– Туҡтағыҙ! Көтөп тороғоҙ! Мин эшемә һуңлайым бит!
Пассажирҙар һорауы буйынса водитель туҡтай, ишекте аса.
– Йәгеҙ әле, тиҙ генә билеттарығыҙҙы күрһәтергә әҙерләгеҙ! – ти ҡатын.
***
– Атай, мин “Мерседес” машинаһы хаҡында хыялланам, -ти улы.
– Әй, улым, һинең әле бар ғүмерең алда – хыялланмаған нәмәң ҡалмаҫ, борсолма, -тип йыуата атаһы.
***
Бер малай диванда футбол ҡарап ята.
Көн эҫе.
– Әсәй, берәй сүмес һыу алып кил әле! – тип ҡысҡыра ул ятҡан килеш.
– Хәҙер ҡайыш алам! – тип ҡысҡыра әсәһе кухнянан.
– Ҡайыш алғанда, һыу ҙа алырға онотма әле! – тип яуаплай малай.
***
– Телевизорҙан, ике кеше ТУ-154 самолетын урлаған, тип хәбәр иткәйнеләр. Кисә аэропортҡа барғайныҡ, ул самолетты күрҙем: иҫ киткес ҙур бит, уны нисек итеп урламаҡ кәрәк? – тип ғәжәпләнә бер ҡыҙыҡай.
– Иҫәр, – ти уға әхирәте. – Һуң уны бит күккә менгәс урлайҙар! Ҡара әле, күктә улар ниндәйбәләкәй генә булып ҡала!
***
Ҡараҡ өй ишеген асып керә лә, залға үтеп, шкафта соҡсонорға тотона. Тәҙрә төбөндә ултырған ситлектән уны тутыйғош күҙәтә.
– Ә Кеша барыһын да күреп тора! – тип ҡысҡыра ул әҙерәк ултырғас. Ҡараҡ ситлекте сепрәк менән ябып ҡуя ла, соҡсоноуын дауам итә.
– Алйот! – тип ҡысҡыра тутыйғош.
– Кеша ул – ишек төбөндә ятҡан овчарка!