+24 °С
Дождь
Яңылыҡтар
25 Июня 2023, 04:55

9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта, СӘБӘБЕ НИҘӘ?

Наҙгөл Аҫылбәкова, Рәсәй Феде­ра­ция­һы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы колледжы студенты: – Мин, “БДИ-ны бирә алмаҫмын”, тип, ҡурҡып, 9-сы синыфтан һуң мәктәптән киттем, сөнки йылдан-йыл мәғариф системаһы ҡатмарлаша, ә балаларҙа стрессҡа ҡаршы тороусы һәләт кәмей. Һин ниндәй билдәгә уҡыуыңа ҡарамаҫтан, имтихандарға әҙерлек бар ваҡытыңды аласаҡ. Хатта, өҫтәүенә, ныҡлы әҙерлекле уҡыусылар ҙа, борсолоп китеп, имтихан ваҡытында хата ебәреп, әҙ балл алып ҡуя. Мин 9-сы синыфтан китеүемә бер ҙә үкенмәйем, сөнки физик һәм мораль яҡтан сәләмәтлегем ниндәйҙер билдәләргә ҡарағанда мөһимерәк.  

9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта,  СӘБӘБЕ НИҘӘ?9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта,  СӘБӘБЕ НИҘӘ?
9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта, СӘБӘБЕ НИҘӘ?

Наҙгөл
Вәлиева, Стәрлетамаҡ медицина
колледжы
студенты:

– 9-сы синыф­тан китеүсе уҡыу­­­сылар һаны ар­тыуын бер ҙә хуп күрмәйем. Сөнки уларҙың күбеһе, имтихан бирә ал­ма­йым тип, йәки ата-әсәһе, уҡытыусы­ла­ры баҫымы аҫтында китергә мәжбүр була. Һәм әле барыбер йәш, хатта әле бала-саға ғына булыуы сәбәпле, артабан бәғзеләре үҙ юлын таба алмай. Мин үҙем, 11-се синыфты уҡып бөтөп, ҡайҙа барырымды, киләсәктә кем булырымды алдан ныҡлап уйлап ҡына уҡыу йортон һайланым.

Эльвира
Ҡунафина,
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы:

Хәҙерге за­ман­­да 9-сы синыф уҡыусылары ла һәр бер аҙымын уйлап баҫа, ки­лә­сәген ҡайғыртып йәшәй белә. Улар ҙа тормош асылын аңлай, заман менән бергә атлай. Ата-әсәһенән матур тәрбиә алһа, ата-әсәһе менән кәңәш­ләшеп йә­шә­һә, шул бала тормошта ла һәр ваҡыт уңышлы була.

9-сынан һуң колледждарға китеүсе уҡыусылар һаны, ысынлап та, йылдан-­йыл арта. Сөнки, беренсенән, улар 11-ҙә­ге берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡур­ҡа. Икенсенән, күп егеттәр, урта һө­нәри уҡыу йорттарын тамамлап, тиҙерәк эш башлап, үҙаллы йәшәргә ынтыла, ә теләгәндәр һуңынан юғары уҡыу йортона ситтән тороп уҡырға ла керә ала.

9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта,  СӘБӘБЕ НИҘӘ?
9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта,  СӘБӘБЕ НИҘӘ?
9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта,  СӘБӘБЕ НИҘӘ?
9-cы синыфтан мәктәптән китеүселәр арта, СӘБӘБЕ НИҘӘ?
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас