+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Июнь 2023, 11:05

Республиканың ишле ғаиләләре балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн льгота алырға мөмкин

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышта яңы льгота билдәләгән «Республикала күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» законға үҙгәрештәр ҡабул итте.  

Республиканың ишле ғаиләләре балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн льгота алырға мөмкинРеспубликаның ишле ғаиләләре балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн льгота алырға мөмкин
Республиканың ишле ғаиләләре балаларҙы түләп уҡытҡан өсөн льгота алырға мөмкин

Алтынсы саҡырылыш Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн яҙғы сессиялағы һуңғы пленар ултырышта яңы льгота билдәләгән «Республикала күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында» законға үҙгәрештәр ҡабул итте.

«Яңы йылдан ишле ғаиләләргә яңы льгота булдырыла. Әгәр бала түләүле мәктәптә, йә иһә колледжда һәм юғары уҡыу йортонда түләүле нигеҙҙә уҡып йөрөһә, республика ғаиләнең уҡыу йылында түләүле белем алыуға сығымының яртыһын бюджеттан ҡаплай, ләкин сумма 30 мең һумдан артмай. Был льгота көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкәсә балаларға ҡағыла», - тине «Башинформ» агентлығына ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-22/mnogodetnye-semi-bashkirii-poluchat-lgotu-na-oplatu-platnogo-obrazovaniya-detey-3309942

Автор:Азат Ғиззәтуллин
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас