+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Июнь 2023, 05:30

Төшкө сәйгә еләктән шарлотка

Бының өсөн бер лимон, өс стакан он, 700-800 грамм баҡса еләге, 400 грамм шәкәр, биш-алты йомортҡа, бер пакет йомшартҡыс, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, тоҙ кәрәк.

Төшкө сәйгә еләктән шарлоткаТөшкө сәйгә еләктән шарлотка
Төшкө сәйгә еләктән шарлотка

Еләкте һыуытҡыстан алып иретәбеҙ. Эрерәктәрен әҙерәк ваҡлайбыҙ. Йомортҡа менән шәкәрҙе миксерҙа һәйбәтләп туғыйбыҙ. Уға үҫемлек майы өҫтәп бутайбыҙ. Шунан болғай-болғай йомшартҡысты, тоҙҙо, ондо өҫтәйбеҙ ҙә төйөнө бөткәнсе болғатабыҙ. Лимонды ҡырып өҫтәйбеҙ. Ҡамырға еләк ҡушып бутайбыҙ.

Артабан формаға пергамент ҡағыҙы йәйеп майлайбыҙ ҙа әҙер ҡатнашманы ҡоябыҙ. Духовканы 185 градусҡа тиклем йылытып, 25-30 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтәлгә һыуыған килеш ҡуябыҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Төшкө сәйгә еләктән шарлотка
Төшкө сәйгә еләктән шарлотка
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас