

Был сара бөгөн "Ватан" этнопаркы биләмәһендә тантаналы асылып, 29 июнгә тиклем барасаҡ. Уҡыусылар 7 спорт төрөндә - мини-футбол, баскетбол 3х3, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм йөҙөү буйынса көс һынашасаҡ.
Нимә ул - Мини-футбол? Уйынсылар һаны аҙ булған бәләкәйерәк майҙанда футбол. Уйын шулай уҡ футзал исеме менән билдәле.
Футзал күптән инде спорттың киң таралған төрөнә әйләнгән. Мини-футболдың киң таралыуы уның асыҡ булыуы менән аңлатыла. Ҡыш та, йәй ҙә уйнарға мөмкин. Уйын өсөн ғәҙәти мәктәп спорт залы яраҡлы. Ике команданы йыйыу өсөн ни бары 10 уйынсы кәрәк була. Шул уҡ ваҡытта футзалдың һаулыҡты нығытыу эшендә перспективалары ҙур футбол мөмкинлектәренән ҡалышмай (ә ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, хатта артығыраҡ).
Футзалда уйын темпы ҙур футболға ҡарағанда юғарыраҡ. Һәр уйынсы туп менән күп тапҡырҙар тоташа һәм команданың дөйөм хәрәкәттәрендә ҡатнаша. Статистика күрһәтеүенсә, футзалда уйынсылар тупты классик футболға ҡарағанда 200% йышыраҡ ала. Һәм голдар күпкә күберәк индерелә. Был факторҙар мини-футболдың популярлығына сәбәпсе була.