

Бөгөн Өфө "Нур" татар театры артистары "Рәсәй - Беларусь" халыҡ-ара мәктәп спорты фестивалендә ҡатнашыусыларға Кейт Дикамиллоның "Ҡуян Эдвардтың иҫ киткес сәйәхәте" исемле спектаклен күрһәтте. Тамашасыларға әкиәт бик оҡшаны, хатта үҙҙәре сәхнәлә уйнағандай булдыҡ тип артистарыбыҙға бик ҙур рәхмәттәр әйтеп оҙаҡ ҡына ҡул саптылар.