+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
26 Июнь 2023, 07:00

Яуаплы мәл

Әле сығарылыш синыфы уҡыусылары һәм уҡыу йорттарын тамамлаусылар өсөн айырыуса яуаплы мәл. Шул уҡ мәлдә БДИ-ны бирә алмаған уҡыусылар өсөн нимә эшләргә?

Яуаплы  мәлЯуаплы  мәл
Яуаплы мәл

БДИ беҙҙең йәштәр өсөн Мәскәүҙең, Санкт-Петербургтың, хатта сит илдәрҙең уҡыу йорттарына «йәшел юл» аса.

Тик ни өсөн БДИ ҙур борсолоуҙар тыуҙыра һуң? Сөнки уҡыусылар уға үҙ ваҡытында әҙерләнмәй. Әҙерлекте һуҙып киләләр-киләләр ҙә йүгерешергә тотоналар. Шул саҡта баш ауырыуы башлана ла инде. Ысынында, мәктәптә Берҙәм дәүләт имтиханы бирәсәктәрен барыһы ла белеп тора, план буйынса, әкренләп кенә әҙерләнһәң, бер ниндәй күңелһеҙ хәлдәргә урын ҡалмаҫ ине.

БДИ-ның шуныһы уңайлы: һин уҡыйһың-уҡыйһың да, ахыр сиктә, белемеңде тикшерәләр. Был бик шәп нәмә. БДИ тапшыраһың да,  уңышлы булһа, һинең өсөн күп ишектәр асыла.

Ә бына ҡайһы бер уҡыусылар, БДИ-ны бирә алмайым тип, ҡурҡып, хәлен тағы ла насарайтып ебәрә. Берҙәм дәүләт имтиханын иң ауыр һынау, тип уйлай улар.

Әгәр һиңә: “Имтихандарҙы бирә алмаһаң да, ҡурҡырлыҡ нәмә юҡ, юғары уҡыу йортона түгел, ә колледжға, урта махсус белем биреү учреждениеһына барырһың да, уны тамамлағас, вуздың ситтән тороп уҡыу бүлегенә керерһең”, - тигән фекерҙе үҙ ваҡытында еткерһәләр, альтернативаны күрһәтһәләр, һиндәге стресс күпкә әҙерәк булыр ине. Юҡһа, БДИ-ны тапшыра алмай, төшөнкөлөккә бирелеп, үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары ла юҡ түгел.

Бөгөн бөтөн мәктәптәрҙә балалар, математика менән урыҫ теленән тыш, ғәҙәттә, үҙе иң һәйбәт белгән өсөнсө предметтан БДИ бирә. Ҡайҙа уҡырға барырға теләүен иҫәпкә алмайынса, бала киләсәктә уға кәрәк булмаған предмет буйынса ла имтихан биреп ҡуйырға, шул һөҙөмтәләр буйынса уҡырға инә ала. Әммә был дөрөҫ түгел. Киреһенсә, киләсәктә кем булырға, ҡайҙа уҡырға теләүеңдән сығып һайларға кәрәк имтихан бирә торған предметты.

Күп кенә 11-се синыф уҡыусылары юғары уҡыу йортона ингән саҡта БДИ-ға өҫтәмә рәүештә балл алырға мөмкин икәнен дә белмәй. Ә был балдарҙы нисек йыйырға? Мәҫәлән, “Милли технологик башланғыс түңәрәк” хәрәкәте уҙғарған «НТО таланты» абитуриенттар өсөн һанлы портфолио конкурс еңеүселәре һәм призёрҙары Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттарына ингәндә 10 балл алыу мөмкинлегенә эйә. Уҡырға ингәндә ул ун балл ныҡ ярҙам итә.

Дуҫтар, ҡурҡырға кәрәкмәй. Бөтөн нәмә менән дә ҡыҙыҡһынығыҙ, бар эштең дә файҙаһы була. Күп уйланығыҙ, ныҡ уйланығыҙ. Киләсәктә һөнәр һайлау – кеше тормошондағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Һеҙгә тормошта үҙ юлығыҙҙы табыуығыҙҙы теләйбеҙ!

Сәлимә апайығыҙ.

Яуаплы  мәл
Яуаплы мәл
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас