

«Мульти-тирмә»гә килеүселәргә боронғо замандарҙан алып хәҙерге Башҡортостанға тиклем 3d-сәфәр тәҡдим ителә. Шүлгәнташ мәмерйәһенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре, башҡорт бал ҡорто һәм Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың орнаменттарының фрагменттары, Өфөнөң һәм Республикабыҙҙың иң танылған урындары н бер тында рәхәтләнеп ҡарай аласаҡһығыҙ.