-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 12:03

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең бөгөн икенсе көнө.Рәсәй-Белорусь төбәктәре форумы сиктәрендә бөгөн йәнә тиҫтәгә яҡын спорт төрө буйынса ярыштар ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Мәктәп спорты фестивале халыҡ-ара кимәлдәге күләмле форумдың үҙенсәлекле биҙәге булып тора, сөнки ул Рәсәйҙән һәм Белорусия республикаһынан 400-гә яҡын йәш спортсыны берләштерә. Илдең йыйылма командаһы составанда Луганск һәм Донецк республикаһы, Ҡырым һәм Севостополь уҡыусылары ла бар.

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө

Уҡыусылар бөтәһе 7 спорт төрө - мини-футбол, баскетбол 3х3, волейбол, шахмат, өҫтәл теннисы, бадминтон һәм йөҙөү буйынса көслөләрҙе асыҡлай. Спорт ярыштары өс майҙанда ойошторола. "Динамо" стадионында, Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә, Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә. Бөгөн иһә беҙгә Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә шахмат ярышында булыу бәхете тейҙе. Шахмат  буйынса ярышҡа төрлө йәштәге мәктәп уҡыусылары йыйылған. Рәсәйҙең төрлө республика-өлкәләренән дә килгәндәр. 

Ярыш бер нисә турнирҙарға бүленгән, балалар  үҙ-ара көс һынашасаҡ.

Йәш шахматсыларға уңыштар теләйбеҙ!

Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Халыҡ-ара мәктәп спорты фестиваленең икенсе көнө
Автор: Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас