Беҙҙең кешеләр, шул ғилем етмәү арҡаһында малды мулла салырға тейеш тигән фекерҙә йөрөйҙәр. Мулла ошо байрам көндәрендә мясник була ла китә. Был дөрөҫ түгел – мулланын эше һеҙгә ғибәҙәттең рәтен, тәртибен өйрәтеү, ә өйҙәр буйлап мал салып, тунап, эшкәртеп йөрөү түгел.
Ҡорбан салырға керешкәнсе, бер нисә шарттың үтәлеүе мәжбүри. Беренсенән, бысаҡ бик яҡшы ҡайралған булырға тейеш.Бысаҡты хайуанға күрһәтмәү, бер хайуанды башҡаһы эргәһендә салмау, хайуанды салыу урынына һөрәтеп килтермәү тураһында әйтелә.
Ниндәй хайуандар ҡорбанға салына? һарыҡ йәки ҡуй (бер йәшлек булырға тейеш, әгәр йәше тулмаһа, икенсе төрлө әйткәндә, ете-һигеҙ айлыҡ булыуына ҡарамаҫтан, бер йәшлек кеүек һимеҙ күренһә ярай),кәзә малы бер йәшлек булыуы шарт, әгәр йәше тулмаһа, ҡорбанға дөрөҫ түгел. Бер баш һарыҡ йәки кәзә фәҡәт бер кеше исеменән салына. Ҡорбандын итен үлсәп, тигеҙ уртаҡ өс өлөшкә бүленергә тейеш. Ҡорбандың ите һәм тиреһе һатылмай.
Ҡорбан салыуҙы ышаныслы ир-атҡа тапшыралар. Ҡорбанды салыр алдынан тәһәрәт алыу кәрәктер һәм ниәт ҡылыу: “Аллаһ Тәғәлә ризалығы өсөн... шул-шул кеше исеменән” — тип.
Ҡорбанлыҡ хайуанды Ҡиблаға табан ҡаратып, үткер бысаҡ менән салалар. Салыр алдында «Ихлас» сүрәһенән аяттар уҡыла. Унан һуң «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеп ҡорбан салына.
Әгәр ҡорбан салыусы уҡылырға тейешле аяттарҙы белмәһә, уның ихлас йөрәктән, пак ниәт һәм күңел менән «Бисмилләһи Аллаһу Әкбәр» тип әйтеүе лә етә. Кем биссмилләне әйтергә онотҡан икән, һуйылған ит барыбер хәләл тип һанала. Сөнки динебеҙҙә онотоу гонаһ түгел, ә инде белә тороп әйтмәһә, был итте ашау хәрәм була.
+24 °С
Ямғыр




