+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
27 Июнь 2023, 12:56

Радий Хәбиров барыһын да «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы

Башҡортостан Башлығы барыһын да «Дуҫлыҡ урамы» һәм «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы. Ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо көндәрҙә Өфөлә барған мөһим ваҡиғалар хаҡында яҙмаһы менән уртаҡлашты.

Радий Хәбиров барыһын да  «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙыРадий Хәбиров барыһын да  «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы
Радий Хәбиров барыһын да «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы

«Өфөлә ойошторолған Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы — ҙур дуҫлыҡ байрамы ул, — тип яҙҙы республика етәксеһе. — Бай мәҙәни программа әҙерләнек. Йәнә ике көн, бөгөн һәм иртәгә, Өфө халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн «Дуҫлыҡ урамы» асыла, унда төрлө халыҡтарҙың күркәм традициялары менән танышырға мөмкин.

Ә кисен «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа — «Евразия йөрәге» йыр-моң фестиваленең икенсе көнө. Барығыҙҙы ла саҡырам!»

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Башинформ Өфөлә «Дуҫлыҡ урамы» милли мәҙәниәттәр фестивале асылыуын хәбәр иткәйне. «Евразия йөрәге» фестиваленең тәүге көнөндә Рәсәй йондоҙҙары Лариса Долина һәм Дмитрий Харатьян сығыш яһаны.

Радий Хәбиров барыһын да  «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы
Радий Хәбиров барыһын да «Евразия йөрәге» фестивалдәренә саҡырҙы
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас