

Тимер состав Рәсәй һәм Беларусь ҡалалары буйлап сәйәхәт итеп кенә ҡалмай, унда ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы тарихы менән таныша. Баш ҡалала малай-ҡыҙҙар Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь республикаһының Милли йыйылышы советы рәйесе Наталья Кочанова менән осрашты. Бынан тыш, «Еңеү тылда һуғылған» экскурсия маршруты менән танышты.