

Уҡыусылар бөгөн баскетбол 3х3, волейбол, шахмат, бадминтон буйынса ярышты. Спорт ярыштары өс майҙанда барҙы: "Динамо" стадионында, Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә һәм Өфөнөң 32-се спорт мәктәбендә мини-футбол буйынса ярыштылар. Мини-футбол буйынса иң-иң көслө "Беларусь" командаһы еңеүсе булды! Әлеге ваҡытта спортсылар ҡала буйлап экскурсияла йөрөй. Кискеһен Рима Баталова исемендәге Башҡортостандың спорт әҙерлеге үҙәгендә еңеүселәрҙе тантаналы рәүештә ҡотлаясаҡтар.