+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Июнь 2023, 04:06

Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

Бөгөнгө изге байрам беҙҙең яугирҙәргә ауыр хәрби хеҙмәттәрендә еңеү яулау өсөн көс бирһен. Тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһындар. Ә беҙҙе Ҡорбан байрамы татыу ижади хеҙмәткә, изге эштәргә йүнәлтһен. Барығыҙға ла рух ныҡлығы, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!" – тип яҙыла Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотлауында.

Радий Хәбиров  мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланыРадий Хәбиров  мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы

"Ошондай изге көндә беҙ туғандар һәм дуҫтар менән йыйылабыҙ. Ярҙам һәм хәстәрлеккә мохтаждарға терәк булабыҙ. Атай-әсәйҙәребеҙгә ҡунаҡҡа барабыҙ, ата-бабаларыбыҙҙы иҫкә алабыҙ, йәштәрҙе рухи ҡиммәттәргә өйрәтәбеҙ. Бөгөн беҙҙең бөтә уйҙарыбыҙ – Ватан яҙмышына бәйле. Бөтә мосолман өммәте Украинала фашизм менән көрәшкән Рәсәй яугирҙәре өсөн Аллаһы Тәғәләгә доғалар ҡыла. Дин әһелдәре бөгөн беҙҙең егеттәр менән алғы һыҙыҡта, уларға рухи ярҙам күрһәтә. Мосолмандар һәм башҡа дин вәкилдәре махсус операцияла ҡатнашҡандар, Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә йәшәүселәргә ярҙам итә. Бөгөнгө изге байрам беҙҙең яугирҙәргә ауыр хәрби хеҙмәттәрендә еңеү яулау өсөн көс бирһен. Тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтһындар. Ә беҙҙе Ҡорбан байрамы татыу ижади хеҙмәткә, изге эштәргә йүнәлтһен. Барығыҙға ла рух ныҡлығы, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!" – тип яҙыла Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡотлауында.

сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/social/2023-06-28/glava-bashkirii-radiy-habirov-pozdravil-musulman-respubliki-s-prazdnikom-kurban-bayram-3318402 

Радий Хәбиров  мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы
Радий Хәбиров мосолмандарҙы Ҡорбан байрамы менән ҡотланы
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас