+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
28 Июнь 2023, 04:25

Төшкө ашҡа тәмлекәс

Ҡамыр өсөн: 250 мл һөт400 гр он2 аш ҡалағы үҫемлек майы0,5 балғалаҡ тоҙ1 аш ҡалағы шәкәр1 балғалаҡ ҡоро сүпрә

Төшкө ашҡа тәмлекәсТөшкө ашҡа тәмлекәс
Төшкө ашҡа тәмлекәс

🔵Майлау өсөн:
🔸 1 йомортҡа һарыһы.
🔵Эслек өсөн:
🔸50 гр аҡ май
🔹 һарымһаҡтың 7 теше
🔸2 аш ҡалағы ваҡлап туралған йәшелсә.
🔵Башта ҡамыр баҫабыҙ ҙа, ҡабарһын өсөн йылы урынға ултыртабыҙ.
🔸Ҡабарғас, 16 өлөшкә бүлеп, булочкалар әүәләйбеҙ.
🔹Әҙер булочкалар 30 минут ҡабарһын.
🔸Йылынып йомшарған майҙы һарымһаҡ менән йәшелсәгә ҡушып, блендер менән иҙәбеҙ. Һәм һәр булочканың эсен һаҡ ҡына тишеп, эсенә тултырабыҙ.
🔹Әҙер булочкаларҙың өҫтөн йомортҡа һарыһы менән майлайбыҙ.
🔸180 градус эҫелектәге мейестә 15 минут бешерәбеҙ.
☕Ашығыҙ тәмле, өҫтәлегеҙ йәмле булһын!

Төшкө ашҡа тәмлекәс
Төшкө ашҡа тәмлекәс
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас