

Беҙҙең тәндә шимпанзела булған тиклем йөн бар. Уларҙың күбеһе шул тиклем нәҙек, хатта бөтөнләй күренмәй ҙә.
Үҙ ғүмерендә кеше 40 килограмм тиреһен “ташлай”, һәр ай һайын үҙенең “ҡабығын” яңырта.
Һеҙҙең тәнегеҙ һәр секунд һайын 25 миллион яңы күҙәнәк эшләп сығара.
Кеше кәүҙәһе 30 минут эсендә 4 литр һыуҙы ҡайнатырлыҡ йылылыҡ эшләп сығара.
Кешенең һөйәктәре гранит һымаҡ ныҡ. Шырпы ҡабындай һөйәк киҫәге 9 тоннаға тиклем ауырлыҡты күтәрә ала.
Кешенең ДНК-һы банан ДНК-һына 50%-ҡа тап килә.
Һеҙ үҙегеҙ уйламағанса байһығыҙ. Беҙҙең һәр беребеҙҙең организмында 0,2 миллиграмм алтын бар. Уның күбеһе беҙҙең ҡанда ирегән килеш һаҡлана. Әммә һигеҙ грамлыҡ тәңкә эшләү өсөн һеҙгә 40 000 кешенең ҡаны кәрәк булыр ине.
Беҙ – кешеләр – планеталағы алыҫ дистанцияға йүгереүселәр араһында иң шәбе. Теләһә ниндәй дүрт аяҡлы хайуандарҙан да алыҫыраҡ йүгерә алабыҙ. Ысынлап та, меңәр йыл элек беҙ табышты, уның хәле бөтөп, үлгәнсе ҡыуалай алған булғанбыҙ.
Кешенең күҙҙәре шул тиклем һиҙгер, әгәр ҙә Ер тип-тигеҙ булһа, һеҙ төнөн 30 км алыҫлыҡта йымылдаған утты күрә алыр инегеҙ.