

Икәүләп тупһала ултырабыҙ. Ишек асыҡ.
- Әсәй, ишек нимә өсөн кәрәк? - тип һорай ҡыҙым.
- Өйгә һыуыҡ инмәһен, тышҡа йылы сыҡмаһын өсөн ябып ҡуйырға, -тигән булам.
-Тағы?..
- Себен, серәкәй инмәһен өсөн...
-Тағы?..
- Инеп-сығып йөрөр өсөн...
- Тағы?..
- Тағымы? Тағы...
Мин тағы нимәлер уйлағансы:
- Балалар сығып ҡасмаһын өсөн!.. - тип үҙенең яуабын әйтеп ҡуйҙы)))
(Фотола Гүзәл бәләкәй сағында)
Автор: Гөлнара Мостафина