+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
5 Июль 2023, 06:13

Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ

Кисә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһында «Ҡаҙағстан Республикаһы Башҡортостан балалары күҙлегенән» һәм «Башҡортостан Республикаһы Ҡаҙағстан балалары күҙлегенән» халыҡ-ара балалар һүрәттәре конкурстары еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы булды. Тантана «Астана-Өфө: дуҫлыҡ траекторияһы»телекүпере сиктәрендә үтте. Был матур сарала еңеүселәр, уларҙың ата-әсәләре һәм ойоштороусылар ҡатнашты. 

Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡБашҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ

Конкурста: 7-9 һәм 10-12 йәштәге балалар ҡатнашты. Ҡаҙағстандан-192 эш ебәрелгән, Башҡортостандан-71 эш тәҡдим ителгән, был һүрәттәрҙә балалар Ҡаҙағстандың һәм Башҡортостандың иҫтәлекле урындарын, традицияларын һәм фольклорын сағылдырған.

Гран-приҙы «Ҡаҙағстан Республикаһы Башҡортостан балалары күҙлегенән»  Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһы-интернаты уҡыусыһы Азалия Абдуллина яулаһы, ә «Башҡортостан Республикаһы Ҡаҙағстан балалары күҙлегенән» Аҡтүбә өлкәһенең Байғанин районының ижады үҙәгендә тәрбиәләнеүсе Бекарыс Жолдыбай еңеүсе тип табылды.

Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан мәҙәниәтенә балалар күҙлегенән бағайыҡ
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас