

Усаҡ артындағы асыҡ диалог. Радий Хәбиров Шишмә районындағы «Патриот» паркында ойошторолған республика ирекмәндәре лагеры эшмәкәрлеге менән танышты. Быйыл форум беренсе тапҡыр үтте. Ул 250-нән ашыу ирекмән ҡатнашлығында өс көн барҙы. Улар өсөн төрлө яҡлы оҫталыҡ дәрестәре, фәһемле осрашыуҙар ойошторолдо. Усаҡ артындағы һөйләшеүҙә Республика Башлығы ла ҡатнашты.