+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
7 Июль 2023, 04:35

Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар-һауыҡтырыу лагерында аграр смена эшләй

Быға тиклем балалар мал фермаһында булып, һөт һәм ит ризыҡтарын етештереү процесы менән танышҡан, үҙаллы икмәк бешергән. Лагерҙа һәр көн ауыл хужалығы темаһына арналған саралар менән тулы. Шулай уҡ бында  балалар умартасылыҡ нигеҙҙәре менән дә таныша.  

Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар-һауыҡтырыу лагерында аграр смена эшләйСтәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар-һауыҡтырыу лагерында аграр смена эшләй
Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар-һауыҡтырыу лагерында аграр смена эшләй

Лагерҙа иһә 21 көн дауамында  ауыл хужалығы предприяиеларына экскурсиялар ойоштороу, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу ҡаралған. Белгестәр фекеренсә, әле Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағын үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Кадрҙар әҙерләү менән юғары һәм һөнәри уҡыу йорттары шөғөлләнә, уларҙың матди-техник базаһы нығытыла, бюджет урындары арттырыла.

Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар-һауыҡтырыу лагерында аграр смена эшләй
Стәрлетамаҡ районының «Башаҡ» балалар-һауыҡтырыу лагерында аграр смена эшләй
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас