+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
11 Июль 2023, 06:20

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!

Йәйҙең иң матур сағында халыҡ һыу буйына ағыла.Бәләкәстәрем, һыу ингәндә бына ошо ҡағиҙәләрҙе һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ, йәме: белмәгән урында баш менән суммаҫҡа! Һыу төбөндә ҙур таш йәки батҡан ағас, йә булмаһа, башҡа берәй төрлө ҡаты һәм осло нәмә ятырға мөмкин.Башты яраларға мөмкин.Һыу аҫтында тын алырға ярамай. Сәсәтә. (Дауамын сайтҡа кереп уҡығыҙ)

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!
Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!

Шишмә һыуы ҡушылған урында йөҙмәҫкә, аяҡтар тартышыр. Һыуға ингәндә лә, башта аяҡ-ҡулды һыулап алырға кәрәк, шунан ғына йөҙөп китергә була.
Һыуҙы оҙаҡ инергә ярамай. Республикабыҙҙы үткән тәүлектә һыуҙа 5 кеше һәләк булған. Ҡариҙел районында водолаздар 14 йәшлек ҡыҙҙың кәүҙәһен йылғанан алып сыҡҡан. Учалыла 14 йәшлек малай карьерҙа батҡан. Йыш ҡына тап балалар һыу ҡорбанына әүерелә. Шунлыҡтан үҙҙәрегеҙ генә һыуға яҡын бармағыҙ, ололар менән генә йөрөгөҙ!!!. 
Рәхәтләнеп һыу инегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе яҡшыртығыҙ, тик хәүефһеҙлек саралары тураһында ғына онота күрмәгеҙ!
Һыуҙа һаҡ булығыҙ! Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәтенең телефоны: 112.

Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!
Һыу ингәндә һаҡ булығыҙ!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас