+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
12 Июль 2023, 05:52

Айҙар Ғәлимов «Пляж ҡағиҙәләре» телепроектында ҡатнашты

Өфө мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтов һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү саралары тураһында хәбәр итте. Улар араһында — «Пляж ҡағиҙәләре» тигән яңы проект.  

Айҙар Ғәлимов «Пляж ҡағиҙәләре» телепроектында ҡатнаштыАйҙар Ғәлимов «Пляж ҡағиҙәләре» телепроектында ҡатнашты
Айҙар Ғәлимов «Пляж ҡағиҙәләре» телепроектында ҡатнашты

Өфө мэрияһында үткән оператив кәңәшмәлә баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Рафаэль Әхмәтов һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү саралары тураһында хәбәр итте. Улар араһында — «Пляж ҡағиҙәләре» тигән яңы проект.

«Граждандарҙы яҡлау идаралығы «Вся Уфа» продюсер үҙәге менән берлектә һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен пропагандалау маҡсаты менән «Пляж ҡағиҙәләре» проектын башлап ебәрҙе. Проектҡа медиа шәхестәр, йәмәғәтселек фекере лидерҙары йәлеп ителә. Йоманан тәүлегенә биш тапҡыр билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов ҡатнашлығындағы видеороликты күрһәтә башланыҡ», — тип белдерҙе Рафаэль Әхмәтов.

Ул ҡала мэры Ратмир Мәүлиевҡа ла ошо телепроектта ҡатнашырға тәҡдим итте.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-11/aydar-galimov-prinyal-uchastie-v-novom-teleproekte-plyazhnye-pravila-3335471

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас