9 июлдә ҡаһарман яҡташыбыҙҙың тыуыуына 101 йыл тулды. Муса Гәрәев Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 250-нән ашыу осош яһай. Ул бер тапҡыр ҙа яраланмай. Осоусыға 1945 йылдың майында бер юлы ике алтын миҙал тапшырыла.