+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Июль 2023, 10:06

Лимонад эшләп эсәйек

Кәрәк була: 10 литр һыу, 4 әфлисун, 1 лимон һәм шәкәр

Лимонад эшләп эсәйекЛимонад эшләп эсәйек
Лимонад эшләп эсәйек


✳Әҙҽрләү:
✅Әфлисун менән лимонды ҡайнар һыуға тығып алабыҙ ҙа туңдырғысҡа 8-10 сәғәткә урынлаштырып торабыҙ. Унан киҫәктәргә бүлеп ҡырҡып сығабыҙ ҙа, ит турағыс аша үткәрәбеҙ.
✅Хәҙер инде был массаны 3 литр һалҡын һыуға һалабыҙ. 15 минуттан һуң төнәтмәне һөҙәбеҙ. Лимонадтың түпрәһен һөҙөп алғандан һуң ташлап ҡуймағыҙ. Әле ул беҙгә кәрәгәсәк.
✅1 кг шәкәрҙе 2 литр һыуҙа иҙеп алабыҙ ҙа һөҙөп алынған һутҡа өҫтәйбеҙ. Ошонда уҡ йәнә 4 литр һыу өҫтәйбеҙ. Йәнә 1 сәғәт төнәткәндән һуң хуш еҫле, тәмле генә лимонад әҙер була.
✳Әгәр һеҙ 10 литр лимонад күп була, тиһәгеҙ, ингридиенттарҙың яртыһын алып ташлағыҙ.

сығанаҡ: Файҙалы кәңәштәр

Лимонад эшләп эсәйек
Лимонад эшләп эсәйек
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас