+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
13 Июль 2023, 07:07

Студент булырға әҙерһеңме?

Республика вуздарында 14886 бюджет урыны бар. Уҙған йылға ҡарағанда,512 урынға артыҡ.

Студент булырға әҙерһеңме?Студент булырға әҙерһеңме?
Студент булырға әҙерһеңме?

Ҡабул итеү комиссиялары исемлектәрҙе исемдәрҙе күрһәтмәйсә баҫтырасаҡ. Был – закон талабы. Һәр абитуриентҡа номер биреләсәк һәм ул үҙен исемлектә номеры буйынса табасаҡ (Снилс номеры булырға мөмкин). Документтар тапшырырға мөмкин булған белгеслектәр һәм юнәлештәр һаны әлегә ҡәҙәр 10 булһа, быйыл ул 5-кә ҡәҙәр кәмене. Йәғни абитуриентҡа һайлау өсөн 5 вуз 5 йүнәлеш бар. Икенсе төп яңылыҡ – бер үк ваҡытта бер нисә уҡырға кереү конкурсында ҡатнашҡан абитуриент уларҙы үҙенең ғаризаһында күрһәтергә тейеш.

Өфө фән һәм технологиялар университеты уҙған йылдың 1 ноябрендә барлыҡҡа килде, ул бай тарихлы ике эре юғары уҡыу йортон Башҡорт дәүләт һәм Өфө дәүләт авиация техник университеттарын берләштерҙе.

Өфө университеты студенттар һаны буйынса Рәсәйҙең иң эре биш юғары уҡыу йорто исемлегенә керә (45 мең Рәсәй һәм 2 мең сит ил студенты). Университетта маҡсатлы юллама буйынса белем алыу мөмкиндеге бар – юғары уҡыу йортонда 800-гә яҡын маҡсатлы урын.

Университетта хәрби уҡыу үҙәге эшләй. Хәрби әҙерлек үткән барлыҡ студеттар армияла хеҙмәт иткән тип һанала.

Юғары уҡыу йорто 170 бакалавриат, магистратура һәм белгеслек юнәлештәре һәм 700-ҙән артыҡ гуманитар, тәбиғи фәндәр һәм техник профилле белем биреү программалары буйынса уҡыта. Инглиз телендә белем биреү программалары бар, унда күбеһенсә сит ил студенттары керә, әммә беҙҙекеләр ҙә шулай уҡ уҡый ала.

Медицина университеты – “Приоритет 2023” программаһында ҡатнашыусы вуз. Быйылғы ҡабул итеү компанияһында бюджет урындары һаны һәм маҡсатлы уҡытыу урындары буйынса медицина университеты лидерҙар рәтендә. Юғары уҡыу йортонда традицион рәүештә урындар күп, 2250-нән артыҡ бюджет урыны һәм мәктәп тамамлаусылар өсөн 1260 урын. Магистранттарға, ординаторҙарға тағын 999 бюджет урыны бирелгән.

Быйыл урындарҙың 75 проценты маҡсатлы юлламалар буйынса бирелгән. Уҡып бөткәндән һуң йәштәр үҙ райондарына эшкә ҡайта.

Маҡсатлы юллама буйынса уҡыусы студенттар дәүләт стипендияһы ла, шулай уҡ, саҡсатлы уҡытыу тураһында килешеүҙә күрһәтелгәнсә, өҫтәмә аҡса ла ала.

Быйыл беренсе тапҡыр тарихта Башҡорт дәүләт нефть университеты илдең иң яҡшы 30 юғары уҡыу йорто исемлегенә керҙе.Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы статистикаһы буйынса, уны тамамлаусылар эшкә 95 проценты урынлаша икән.

Быйылдан ӨДНТУға 9-сы синыфтан, шулай уҡ колледждан һуң да уҡырға керергә мөмкин.

Традицион көслө нефть-газ белгестәренән тыш,һанлы технологиялар өлкәһендә  белгестәр әҙерләү өсөн кафедралар һәм факультеттар асылған. Технологик процестарҙы автоматлаштырыу, ижади  белгестәр, архитиктура – быларҙың барыһына ла һуңғы ваҡытта юғары ихтияж күҙәтелә.  Уҡырға кереүҙең 3 юлы бар: дөйөм конкурс, “маҡсатлы” урындар һәм түләүле урындар. Быйыл юғары уҡыу йорттары бюджет урындарын арттырҙы, шуға күрә абитуриенттарға бюджетҡа кереү өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар. ӨДНТУ үҙенең уңышлы студенттарына ярҙам итә. Вузда 100000 һумға ҡәҙәр арттырылған стипендиялар түләнә, өҫтәүенә, бөтөн уҡыу курсы дауамында.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, беренсе сиратта, уҡытыусылар өсөн белем биреү программаларының киң спектрын ғәмәлгә ашырыуға тәҡдим итә.

Быйыл университетта 11 яңы белем биреү программаһы ғәмәлгә ашырыла башланы.  Быйыл уҡыусыларҙың шәхси ҡаҙаныштары  өсөн ташламалар ҡаралған. Бында төрлө олимпиадалар, шул иҫәптән юғары уҡыу йортоноң Аҡмулла олимпиадаһы ла керә.

Быйылғы йылда Башҡорт дәүләт аграр университетына 1429 бюджет урыны бүлеп бирелгән, шуларҙың 210-ы – маҡсатлы урындар.

Студент булырға әҙерһеңме?
Студент булырға әҙерһеңме?
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас