

Беҙ уның менән шул тиклем дуҫлашып алдыҡ, хатта минең арттан ҡалмай көсөк һымаҡ эйәреп йөрөй башланы. Мине күреп ҡалыу менән уйнаҡлап йүгереп килеп тә етә. Яңы дуҫымды һөт һәм тәмле үлән менән һыйлайым. Ул ҡойроғон һәм ҡолаҡтарын һелкетеп- һелкетеп, шатланып ҡулдарымдан ашай. Ашап бөттөм тигәндә әйтерһең лә рәхмәт әйткән һымаҡ ҡырым да һикергәләп әйләнеп ала. Шундай бәләкәй һәм илгәҙәк ул минең ҡойроҡло дуҫым!
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы Рәхимов Таһир