

Ҡамырға: 2 стакан он, ярты стакан шәкәр, 150 грамм аҡ май, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ ҡамыр күперткес.
Эслеккә: 350 грамм ҡурай еләге (туңдырылған булһа ла ярай), 1 стакан шәкәр, 1 йомортҡа,1 стакан ҡаймаҡ, 2 ҡалаҡ он.
Ҡаймаҡ, шәкәр, иретелгән аҡ майҙы бергә ҡушып болғатабыҙ ҙа он, күперткес өҫтәп ҡамыр баҫабыҙ. Йәйәбеҙ, шунан ситенән күтәрелеп торорлоҡ итеп (эслеге ағып китмәһен өсөн) табаға урынлаштырабыҙ.
Ҡамырҙың өҫтөнә ҡурай еләктәрен теҙеп сығабыҙ (туңып ирегән булһа, һыуын түгәбеҙ).