+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
20 Июль 2023, 08:03

Иң яҡшы 30 ролик һайлап алына

Рәсәй халыҡтарының традицияларын популярлаштырыуға йүнәлтелгән йыл һайын үткәрелеүсе "Мәҙәни шәмбе" акцияһы быйыл балаларҙың традицион уйындарына арнала.  

Иң яҡшы 30 ролик һайлап алынаИң яҡшы 30 ролик һайлап алына
Иң яҡшы 30 ролик һайлап алына

Рәсәй халыҡтарының традицияларын популярлаштырыуға йүнәлтелгән йыл һайын үткәрелеүсе "Мәҙәни шәмбе" акцияһы быйыл балаларҙың традицион уйындарына арнала.

Уйындар һәм күңел асыуҙар һәр халыҡтың үҙенсәлекле мәҙәниәтендә сағыу сағыла һәм көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшө, шулай уҡ байрам сараларының мотлаҡ элементы булып тора. Халыҡ уйындары ярҙамында балалар ваҡытты күңелле генә үткәрмәй, ә оҫталыҡҡа һәм батырлыҡҡа ла өйрәнә. 24-30 июлдә уҡыусылар Рәсәйҙең төрлө төбәктәренең: Донецк Халыҡ Республикаһының, Мордовия Республикаһының, Карелия Республикаһының, Ҡарасәй-Черкес Республикаһының, Чукот автономиялы округының, Воронеж һәм Вологда өлкәләренең боронғо уйындары менән таныша ала, шулай уҡ акцияға ҡушылып, үҙҙәренең ижади һәм ойоштороу һәләттәрен күрһәтә ала. Акцияла ҡатнашыу өсөн үҙ төбәгегеҙҙең традицион уйындары менән видеояҙма төҙөргә, уны социаль селтәрҙәге ВКонтакте битендә баҫтырырға һәм #игрыкдш хештегын ҡуйырға кәрәк. Бөтә эштәрҙе лә эксперт комиссияһы баһалай, уның составына Рәсәйҙең халыҡ мәҙәниәте өлкәһендәге билдәле эшмәкәрҙәре инә, һәм Культурадляшкольников.РФ порталында урынлаштырыласаҡ. Иң яҡшы 30 ролик һайлап алына.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас