+24 °С
Ямғыр
Яңылыҡтар
25 Июль 2023, 05:39

Ура! Киттек һыу төшөргә!

Башҡортостанға эҫе көндәр әйләнеп ҡайта. Һауа температураһы +32 градусҡа хәтлем күтәреләсәк.

Ура! Киттек һыу төшөргә!Ура! Киттек һыу төшөргә!
Ура! Киттек һыу төшөргә!

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +23, +28°.

Иртәгә, 26 июль, республиканың ҡайһы бер райондарында йәшенле ямғырҙар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +24, +29°.

27 июль йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32°.

Нурия Хәйбуллина фотоһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас