“Татыу ғаилә” башватҡысы
Хәҙерге юғары технологиялар, камил техника, фәнни терминдар заманында туғанлыҡ ептәрен нығытҡан, ғаилә йылыһын һаҡлаған һүҙҙәр артҡы планға күсә кеүек. Әйҙәгеҙ, уларҙы бергәләп иҫкә төшөрәйек.
- Ғаилә башлығы.
- Әсәйҙең кесе туғаны атайға ҡарата.
- Атайҙың йәки әсәйҙең атаһы.
- Кесерәк ҡыҙға өндәшәләр.
- Ғаиләлә көтөп алына.
- Өлкәнерәк ир туған.
- Кейәүҙең йәки кәләштең әсәһе икенсе яҡтың ата-әсәһенә ҡарата.
- Улдың ҡатыны.
- Атайҙың йәки әсәйҙең әсәһе.
- Ирҙең йәки ҡатындың әсәһе уларға ҡарата.
- Баланың балаһының ҡыҙы.
- Улдың йәки ҡыҙҙың ир балаһы.